12:35 (UTC+5), 07 Июль 2017

Ҡырым Евпаториялағы «Юбилейный» балалар шифаханаһын республикабыҙға тапшыра

шифахананың «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмө
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ҡырымдың Башҡортостан Республикаһына ҡайһы балалар шифаханаһын тапшырасағы билдәле булды. Уның исемен Ҡырым Башлығы Сергей Аксёнов Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында әйтте.
– Ҡырым Республикаһы Евпаториялағы «Юбилейный» шифаханаһын Башҡортостанға бүләк итергә ниәтләй. Әлбиттә, уға аҡса һалырға кәрәк, әммә урыны бик яҡшы, – тип хәбәр итте Сергей Аксёнов. – Был иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн өсөн яңы этәргес булыр тип ышанам. Ошонда ял итергә килгән Башҡортостан балалары һәм халҡы һәйбәт тәьҫораттар алыр тип уйлайым.
– Балалар шифаханаһына килгәндә, ҙур рәхмәт һеҙгә. Унда Ҡырым, Башҡортостан, Рәсәй балалары ла ял итәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙ уны Ҡырымда балалар өсөн иң яҡшы шифахана итеп эшләрбеҙ. Аҡса һалырбыҙ. Ул бына тигән матур учреждение буласаҡ. Шуға ошо йәһәттән эшләйәсәкбеҙ.
Балалар өсөн «Юбилейный» клиник кардиология шифаханаһы ҡан әйләнеше системаһы, тын алыу юлдары сирҙәре менән яфаланған балаларҙы дауалауға һәм реабилитациялауға махсуслаша. Шифахана эшмәкәрлегенең төп бурысы – Евпатория курортының климат факторҙарын һәм тәбиғи дауалау ресурстарын файҙаланып дауалау үткәреү. Шифахана 1969 йылдан алып эшләй. Ошо осорҙа меңдәрсә кескәй пациент шифахана-курорт дауаһын алған, сәләмәтлеген нығытҡан һәм ял иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика