13:20 (UTC+5), 07 Июля 2017

Төбәктә Волга буйы федераль округының иң яҡшы иретеп йәбештереүселәре билдәләнде

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында ике һөнәри оҫталыҡ конкурсы — «Республика төҙөлөш комплексының иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе» һәм Волга буйы федераль округы буйынса «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе» номинацияһында «Төҙөлөш мастеры-2017» конкурсының икенсе этабы уҙҙы. Һуңғыһының инициаторы — Волга буйы федераль округы буйынса «Төҙөүселәрҙең милли берләшмәһе» ассоциацияһы.
Өфө, Стәрлетамаҡ, Ижевск, Һамар һәм Саранск ҡалаларының төҙөлөш өлкәһе предприятиеларынан 15 профессионал иң яҡшы иретеп йәбештереүсе исеме өсөн көрәште.
Колледждың уҡыу кластары һәм яңы ҡорамалдар конкурс программаһын үткәреү һәм ҡатнашыусыларҙың оҫталығын күрһәтеү өсөн бөтә тейешле шарттар булдырҙы.
Иретеп йәбештереүселәрҙең кимәлен «Квалификацияларҙы бойондороҡһоҙ баһалау тураһында» Федераль законға ярашлы билдәләү ошо конкурстарҙың үҙенсәлеге булды. Конкурс комиссияһы һәм эксперттар тәүге дүрт урынды алған иретеп йәбештереүселәргә III квалификация бирергә тәҡдим итте.
«Ярыштар һөҙөмтәһе буйынса Өфөләге «Корпорация «Уралтехнострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иретеп йәбештереүсеһе Денис Авдокушин абсолют еңеүсе булды. Икенсе урында — уның коллегаһы Александр Бикбаев. Өсөнсөлә — Стәрлетамаҡтағы «Химремонт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иретеп йәбештереүсеһе Андрей Иванов», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Елена Вершинина.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика