02:54 (UTC+5), 07 Июля 2017

Өфөлә Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы бара

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 6 июлдә Өфөнөң Конгресс-холында Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форум эшләй башланы. Унда Иран Ислам Республикаһының милләт, дини әҙселек һәм шәриәт хоҡуҡтары мәктәптәренең эштәре буйынса махсус ярҙамсыһы Али Юнеси, Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Мехди Санаи, Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафонов, Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй төбәктәре, эксперттар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.
- Өфөләге осрашыуҙың файҙалы бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә йоғонто яһаясағына, ә башланғыстарығыҙҙың Рәсәй һәм Ирандың төрлө яҡлы хеҙмәттәшлеген тәрәнәйтеүгә өҫтәмә көс бирәсәгенә иҫәп тотам, – тип билдәләне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев форумда ҡатнашыусыларға йүнәлтелгән сәләмләүҙә.
Конгресс-холдың фойеһында Ирандың декоратив-ҡулланма сәнғәте, Ислам Республикаһы һәм Башҡортостан фоторәссамдарының һәм һынлы сәнғәтселәрҙең күргәҙмәләре ойошторолғайны.
Форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
- Рәсәй һәм Иран араһында тарихи тығыҙ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, социаль-иҡтисади, гуманитар өлкәлә һөҙөмтәле эшмәкәрлек булдырылған. Ирандың Рәсәй төбәктәре, атап әйткәндә, Башҡортостан менән партнерлыҡ уңышлы үҫешә, – тип билдәләне республика етәксеһе. – Иран республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының сит ил партнеры булып тора. Студенттарыбыҙ Иран Илселегенең Мәскәүҙәге саралары сиктәрендә фарсы теле һәм мәҙәниәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша.
Пленар ултырыш тамамланғандан һуң Игорь Баринов һәм Али Юнеси форумдың йомғаҡлау коммюникеһына ҡул ҡуйҙы.
- Рәсәй Федерацияһы һәм Иран бөгөн дуҫлыҡ, иптәшлек, үҙ-ара ярҙам нигеҙендә мөнәсәбәттәр ҡора. Шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙҙе яҡшылап белмәйбеҙ әле. Беҙгә даими осрашып торорға, бер-беребеҙ хаҡында һөйләргә, эшҡыуарлыҡтың, мәҙәниәттең һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙең үҙ-ара эш итеүен күҙалларға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. – Мөнәсәбәттәребеҙ алға табан барыр, тип ышанам. Ирандан тәҡдимдәр килә башланы, уларҙы ҡарайбыҙ һәм, моғайын, барырбыҙ. Ҙур бизнес-делегация ойоштороласаҡ. Былар барыһы ла быйыл һәм киләһе йыл була. Киләсәктә ошондай хеҙмәттәшлек бик ҡыҙыҡлы. Улар тормошҡа ашырылыр, тип уйлайым.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика