03:58 (UTC+5), 06 Июля 2017

Рәсәйҙә пилотһыҙ аппараттарҙы мотлаҡ теркәү индерелде

автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина /. Рәсәйҙә 5 июлдән 250 грамдан 30 килограмға тиклем ауырлыҡтағы пилотһыҙ осоу аппараттарын мотлаҡ теркәү индерелде. РБК сайтының мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың йәйендә Һауа кодексының «Граждандар һауа судноларын, авиация двигателдәрен һәм һауа винттарын, пилотһыҙ авиация системаларын һәм (йәки) уларҙың элементтарын сертификациялау» статьяһына үҙгәрештәр индерелде.
«РИА Новости» хәбәр итеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттарын Рәсәй Транспорт министрлығы ҡарамағындағы «ЗащитаИнфоТранс» федераль дәүләт унитар предприятиеһында иҫәпкә ҡуйырға мөмкин буласаҡ. Алдан ойошма дрондарҙы билдәләү технологияһын әҙерләне.
Пилотһыҙ, һауа системаларын үҫтереү мәсьәләләрен Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында тикшерҙеләр. Белгестәрҙең баһаһы буйынса, 2035 йылға ошо баҙарҙың күләме 200 миллиард долларҙан ашыу тәшкил итәсәк. Унда Рәсәйҙең өлөшө 20 процентҡа яҡынлашыуы ихтимал. 20 йылдан илебеҙ күгендә даими рәүештә кәмендә 100 мең пилотһыҙ осоу аппараты буласаҡ, тип фаразлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика