10:27 (UTC+5), 06 Июля 2017

Илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ғәҙәттән тыш хәлдәр арҡаһында торлағын юғалтҡан граждандар өсөн ҡыҙыу элемтә асты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында ғәҙәттән тыш хәлдәр арҡаһында торлағын юғалтҡан граждандар өсөн ҡыҙыу элемтә асылды.
Хәҙер зыян күргән тип танылған граждандар (495) 647-11-59 телефоны аша торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ярҙам күрһәтеү тәртибе тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем. Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтында хәбәр ителә.
Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә торлаҡты юғалтҡан осраҡта халыҡҡа төрлө ярҙам төрҙәре күрһәтелә. Өҫтәүенә дәүләт торлаҡ сертификаттарын биреү, шулай уҡ яңы йорт төҙөү механизмы файҙаланыла. Яңы торлаҡ һалыу өсөн төбәктә быны тиҙ арала эшләргә мөмкинлек биргән ресурстар булырға тейеш.
Зыян күргәндәр өсөн йорт төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, Рәсәй хөкүмәте резерв фондтан Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына аҡса йүнәлтә. Үҙ сиратында, министрлыҡ ошо аҡсаны зыян күргән төбәктең ҡаҙнаһына күсерә һәм уны үҙләштереүҙе контролдә тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика