09:17 (UTC+5), 06 Июль 2017

Башҡортостандан Ростов өлкәһендә табылған Ҡыҙыл армия һалдатының ейәнсәре олатаһын ҡайтанан ерләргә барасаҡ

Ростов өлкәһе йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты
Ростов өлкәһе йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова /. Башҡортостандан Ростов өлкәһендә табылған Ҡыҙыл армия һалдатының ейәнсәре олатаһын ҡайтанан ерләргә барасаҡ. 1943 йылдың 20 февралендә Зевин утары ерендә немецтар менән көсөргәнешле һуғышта һәләк булған һәм санитар ҡәберлегендә табылған 16 һалдат тураһында мәғлүмәтте «Башинформ» агентлығы май айында баҫып сығарҙы.
Ҡыҙыл армия һалдаттары 33-сө уҡсылар дивизияһының 91-се уҡсылар полкы составына ингән. 1943 йылда Матвеев Ҡурғаны ҡасабаһы өсөн алышта ике полк (88-се һәм 91-се) ҡамауға эләгә. 74 йыл үткәс санитар ҡәберлектә «Көньяҡ сик» урындағы отряд эҙәрмәндәре 26 һалдат мәйетен тапты. Улар араһында Башҡортостан һалдаттары ла булды.
Бер туған олатаһы Иван Николаевич Оглоблин тураһында Любовь Сыругина Ростов эргәһендәге алышта һәләк булғанын ғына белә. Иван Николаевичты Ейәнсура районының Урыҫ Бармағы ауылынан 39 йәшендә фронтҡа саҡыралар, һуғышҡа тиклем колхозда эшләй, дүрт балаһы була. Хәҙер бер ҡыҙы ғына иҫән, уның ҡарауы 10 ейән-ейәнсәре, бик күп бүлә-бүләсәһе бар. Уның ейәнсәре Любовь Григорьевна тормош иптәше Алексей Павлович менән 10 баланы ҡарауға алған.
Һуғыш яланында башын һалған 16 Башҡортостан вәкилен август айында хөрмәтләп Матвеев Ҡурған районында ҙур «Якорь» мемориалында ерләйәсәктәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика