Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2017, 17:01

Башҡортостанда эпидемиологтар 300-ҙән ашыу энцефалитлы талпанды асыҡлаған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда эпидемиологтар 300-ҙән ашыу энцефалитлы талпанды асыҡлаған. Зарарланған бөжәктәр республиканың 39 районында осрай, тип хәбәр итә «Башҡортостан» ДТРК-һы.
«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан төбәктәге медицина ойошмаларына һигеҙ меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Ведомствола энцефалит йоҡтороу осраҡтары хаҡында хәбәр итмәйҙәр.
Иҫкәртеү һәм эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә идаралыҡ белгестәре 3,7 мең гектарҙан ашыу майҙанды акарицид ярҙамында эшкәрткән.
Шулай ҙа талпандан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы — прививка яһатыу, тип иҫкә төшөрә эпидемиологтар. Был айырыуса күп ваҡытын тәбиғәттә үткәргәндәргә ҡағыла.
Читайте нас: