09:58 (UTC+5), 06 Июля 2017

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары сыуаштар атласын төҙөйәсәк

Башҡорт дәүләт университеты сайтынан
Башҡорт дәүләт университеты сайтынан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова /. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Башҡортостан Республикаһы сыуаштарының фольклор-диалектика атласын төҙөйәсәк. Юғары уҡыу йортоноң филиалында хәбәр итеүҙәренсә, баҫманы әҙерләгәндә Дәүләкән районының Суйынсы-Николаевка һәм Ҡамсылытамаҡ ауылдарында экспедициялар барышында йыйылған һирәк материалдар файҙаланыласаҡ.
«Экспедиция барышында студенттар һәм уҡытыусылар мәктәптәр һәм ауыл клубтары ҡарамағында ойошторолған этнографик музейҙарҙа булды, – тип һөйләй татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы доценты Лира Афанасьева. – Мәктәп музейҙарындағы экспозиция сыуаш йортоноң бер мөйөшө формаһында күрһәтелгән. Ир-егет хеҙмәте (сабата, балсыҡтан һәм ағастан һауыт-һаба, туй сыбыртҡыһы) һәм ҡатын-ҡыҙ ҡул эштәре (иләүес, орсоҡ) менән бәйле бер төркөм экспонаттар бар. Көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре һәм кейемдәре күрһәтелгән. Ғилми экспедицияла ҡатнашыусылар XIX быуат һуңындағы ҡатын-ҡыҙ күлдәген ҡарай алды».
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында билдәләүҙәренсә, экспедиция барышында студенттар ялан материалын йыйырға, фараздар төҙөргә һәм аныҡ бер тел мәғлүмәттәрендә тикшерергә өйрәнә, улар сыуаш диалектологияһы (һөйләше) һәм фольклоры өлкәһендә үҙ белемен арттыра.
Был юлы уҡыусылар жанрҙарға ҡарата төрлө-төрлө фольклор материал: туй йырҙарын, ырымдарҙы, риүәйәттәрҙе йыйҙы. Улар «Башҡортостан Республикаһы сыуаштарының фольклор-диалектика атласы»н әҙерләгәндә ҡулланыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика