04:36 (UTC+5), 05 Июля 2017

Яңы уҡыу йылында Өфө дәүләт авиация техник университетының Туймазылағы филиалы ябыҡ буласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңы уҡыу йылында Өфө дәүләт авиация техник университетының бер нисә филиалында үҙгәрештәр буласаҡ. Атап әйткәндә, Туймазылағы филиал 1 сентябрҙән ябыла. Бындай ҡарар предприятиелар тарафынан бөтөнләй ярҙам булмау, йәғни маҡсатһыҙ уҡытыу менән бәйле ҡабул ителде.
Бынан тыш, Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу эше буйынса проректоры Наил Зарипов билдәләүенсә, «филиалда ғилми эшмәкәрлек юҡ, ул филиал студенттарына белем биреү сифаты юҡ тигәнде аңлата, ә беҙ уға юл ҡуя алмайбыҙ». Һуңғы фактор – бермә-бер барған демографик процестар.
Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалы Башҡорт дәүләт университетының филиалы менән берләштереләсәк. Яҡынса баһалар буйынса, бында күбеһенсә инженер белгестәре буйынса ҡабул итеүгә ҡарата перспективалы йүнәлеш көтөлә. Уҡытыу, шул иҫәптән, Нефтекамала Өфө дәүләт авиация техник университеты филиалының ҡеүәтле етештереү базаһында алып барыласаҡ.
Стәрлетамаҡта өс филиалды берләштереү күҙаллана һәм киләсәктә айырым политехника профиле институтын асыу ҡарала.
Ишембайҙағы филиал үҙ эшен үҙгәрешһеҙ дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика