08:42 (UTC+5), 05 Июля 2017

Тулы булмаған ғаиләләр тәүге сабыйҙары донъяға килгәндә 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тулы булмаған ғаиләләр шулай уҡ 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыуға иҫәп тота ала. Ошо хаҡта 4 июлдә республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
- Балалар етмәй. Шуға торлаҡҡа сиратта торған ғаиләләргә 300 мең һум түләргә булдыҡ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әммә положениела тик тулы ғаиләләргә тип яҙылған. Положениены ҡайтанан ҡарауҙарын һораным. Сиратта торған яңғыҙ әсәй, яңғыҙ атай ҙа ошо 300 мең һумды алырға тейеш. Хәҙер документҡа үҙгәрештәр индерҙеләр, сөнки үҙенә торлаҡ алыусыларҙа был йәһәттән тыуымды дәртләндерергә кәрәк. Әлбиттә, ошо ғаиләләргә ярҙам итәсәкбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, март айында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыу маҡсатында 2017 йылдың 1 ғинуарынан тәүге бала тыуғанда торлаҡ һатып алыу (төҙөү) йәки ипотека торлаҡ кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү билдәләнә. Аҡсаны республика Хөкүмәте билдәләгән тәртиптә икеһенең дә йәше 35-тән артмаған һәм торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә торған ғаиләләр аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика