06:23 (UTC+5), 05 Июля 2017

Республика халҡын балаларға 1 сентябргә мәктәпкә йыйынырға ярҙам итеүҙәрен һорайҙар

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан халҡын балаларға 1 сентябргә мәктәпкә йыйынырға ярҙам итеүҙәрен һорайҙар. Республикала төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған етенсе хәйриә акцияһы башланды. Уның маҡсаты – ауыр хәлгә тарыған балалар (аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған ғаилә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, ата-әсәләре ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар) өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыу.
«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы 31 авгусҡа тиклем уҙа. Халыҡтан, эшҡыуарҙарҙан һәм ойошмаларҙан мәктәп кәрәк-яраҡтарын республика ҡала һәм район халҡын социаль хеҙмәтләндереүсе комплекслы үҙәктәрҙә эшмәкәрлек алып барған ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам район-ара үҙәктәре ҡабул итә.
Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады һәм һүрәт төшөрөү дәрестәре өсөн әйберҙәр яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы торошта тотонолған булыуы мөмкин.
Былтыр акцияла 7,5 миллион һумдан мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйып булды. Ошо сараларға аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләрҙән 5123 балаға мәктәпкә әҙерлек ярҙамы күрһәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика