Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
07:05 (UTC+5), 05 Июля 2017

Рәсәйҙәге иң өлкән кеше Ҡабарҙа-Балҡарҙа йәшәй: уға 127 йәш

Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының Баксан районы хакимиәте сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡабарҙа-Балҡарҙың Баксан районы Заюково ауылында йәшәгән Нану Шаова рәсми рәүештә Рәсәйҙә иң оло кеше тип танылған, тип хәбәр итә «Российская газета» республика хакимиәтенә һылтанма яһап. Оҙаҡ йәшәүсе рекордсмен тураһында яҙма Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерелгән. Бынан тыш, был факт донъя рекорды булып та иҫәпләнә.
Нане Цуковна Шаоваға 127 йәш, ул 1890 йылда ошонда уҡ, Заюковола, күп балалы ғаиләлә тыуған. Ҡатын ғүмере буйына колхозда эшләгән. Тәүге тормош иптәше фронтта һәләк булған, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡҡан. Ғүмер юлдашы менән улар 36 йыл бергә йәшәгән, биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ул 1982 йылда донъя ҡуйған.
Бөгөн оҙаҡ йәшәүсе үҙен яҡшы тоя, яҡындарының уңыштарына шатлана һәм, уның һүҙҙәренсә, ҡайһы берҙә эшһеҙлектән ялҡып китә. Аҙыҡ-түлеккә килгәндә, оло кеше милли аш-һыуға һәм тәм-томға өҫтөнлөк бирә.
Быға тиклем Рәсәйҙә иң өлкән кеше исемен Әстрхан өлкәһенән Тәнзилә Бисембаева йөрөтә ине, уға 121 йәш. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Төньяҡ Кавказ оҙон ғүмерлеләр төбәге булып һанала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика