03:16 (UTC+5), 05 Июля 2017

Башҡортостан Башлығы: «Йәмәғәт палатаһының бөгөнгө составы берҙәм һәм эшмәкәрлектең бөтә йүнәлештәрен сағылдыра»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың бишенсе составтағы Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Уның алдынан палатаның беренсе (ойоштороу) ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының етәкселеге һайланды.
- Йәмәғәт палатаһының составы яртыһынан күберәккә яңырыуын беләм. Был яҡшы. Алмашлыҡ булырға тейеш һәм үҙ мәнфәғәттәребеҙ даирәһенә тағы ла күберәк яңы кешеләрҙе, белгестәрҙе индерергә бурыслыбыҙ. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, күсәгилешлелек булырға тейеш. Был бөгөнгө көнгә шулай уҡ бик мөһим ваҡыт талабы, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һеҙ йәмғиәтебеҙҙең төрлө-төрлө үҫеш йүнәлештәре, йәмәғәт ойошмалары менән таныштыраһығыҙ. Йәмғиәттең бөтә тормошо тиерлек һеҙҙең аша Йәмәғәт палатаһында күрһәтелгән. Шулай булырға тейеш тә. Бында теге йәки был яҡҡа бер ниндәй салыш урындар юҡ. Минең ҡарашҡа, бөгөнгө состав берҙәм һәм эшмәкәрлектең бөтә йүнәлештәрен сағылдыра. Беҙ һеҙҙең менән халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләйбеҙ, ә үҙебеҙҙеке өсөн түгел.
Осрашыуҙа демография һәм ғаилә институтына ярҙам итеү, ауыл еренә медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү, дәүләткә ҡарамаған секторға тапшырылған социаль хеҙмәттәр теҙмәһен киңәйтеү, патриотик тәрбиә биреү буйынса эшмәкәрлекте көйләү, милли телдә балалар телевидениеһын үҫтереү, талантлы сығарылыш уҡыусыларына ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде.
- Асылда иһә, бер формациянан икенсеһенә күсеү нөктәһендә торабыҙ. Ваҡиғаларҙы үҫтереү юлдарын һәм варианттарын эҙләйбеҙ. Ғәҙеллек, эш һөҙөмтәһе өсөн матди яҡтан бүләкләү мәсьәләләре етерлек кимәлдә хәл ителмәүен аңлайбыҙ. Эш хаҡы әлеге ныҡ юғары булмауын, йәмғиәттең байтаҡ өлөшө бер эш хаҡынан икенсеһенә тиклем тартып-һуҙып йәшәгәнен күрәбеҙ. Торлаҡ, эш урындары, алға китеш мөмкинлектәре менән хәл ителмәгән һорауҙар әле күп. Социаль лифттар беҙ теләгәнсә эшләмәй әле, – тине Рөстәм Хәмитов. – Былар барыһы ла тикшерерлек. Ҡатмарлы темаларға бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Унан да бигерәк, беҙ үҙебеҙ ошо проблемалы урындарҙы күрергә тейеш, тип иҫәпләйем. Оялырға, шул хаҡта һөйләргә ҡурҡырға, власҡа ҡарата ярамһаҡланырға кәрәкмәй. Киреһенсә, нимә барлығы тураһында ысынлап һөйләргә, хатта ошо һорауҙарҙы ижтимағи фекер алышыуға сығарырға кәрәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика