04:28 (UTC+5), 04 Июля 2017

Төбәктә өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ҡабул итеүсе ғаилә ҡороу мәсьәләләре буйынса консультация үткәрәләр

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡ социаль яҡлау министрлығы өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ҡабул итеүсе ғаилә ҡороу мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линия» ойошторҙо. Уҙған аҙнала республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ҡабул итеүсе ғаилә булдырыу тәртибе раҫланды. Ентекле тикшереү үткән республика халҡы ай һайын түләнәсәк аҡсалата бүләк өсөн яңғыҙ оло кешене ҡарауға алыуы мөмкин. Ағымдағы йылда 24 ҡабул итеүсе ғаилә төҙөү күҙаллана.
Бөтә һорауҙарға (347) 218-06-87 телефоны буйынса төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡ социаль яҡлау министрлығы белгестәре яуап бирергә әҙер.
Граждандарҙы (347) 286-21-73 һандары буйынса ҡабул итеүсе ғаиләгә урынлашырға, үҙ ғаиләһенә оло йәштәге кешене йәки инвалидты ҡабул итергә теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеүсе Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре кәңәш бирәсәк.
«Ҡыҙыу линия»ның эш ваҡыты: эш көндәренәдә иртәнге сәғәт 9-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем һәм көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 6-ға хәтлем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика