12:02 (UTC+5), 04 Июля 2017

Республикала БДИ йомғаҡтары буйынса йөҙ балға яҙған уҡыусыларҙың һаны билдәле булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханына яҡынса йомғаҡ яһалды, аныҡ һығымталар һуңғараҡ, бөтә апелляциялар тамамланғас билдәле буласаҡ.
Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостанда йөҙ балға яҙған 71 уҡыусы иҫәпләнә. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының күбеһе рус теленән имтиханда максималь балл йыйған: 32 кеше. Тағы 1017 ҡатнашыусы ошо фәндән 90 һәм унан күберәк балл алған.
Артабан — физика, бында йөҙ балл йыйғандарҙың һаны 14. 13 кеше информатика буйынса иң юғары балға яҙған. Әҙәбиәт буйынса — биш, профилле математика, география, йәмғиәтте өйрәнеү, химия, тарих фәндәренән берешәр уҡыусы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ике уҡыусы — Бәләбәйҙән Александр Козлов һәм Шишмә районынан Гүзәл Сафиуллина математика һәм информатика һәм ИКТ, рус теле һәм физика буйынса 100 балл алған.
Дөйөм алғанда, берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре бынан алдағылары менән сағыштырырлыҡ һәм яҡшырыуға табан бара. Мәҫәлән, информатика буйынса БДИ-ның уртаса балы 55,7-нән 59,9-ға, профилле математиканан 49,6-нан 50,8-гә, физика буйынса 51-ҙән 56-ға, әҙәбиәттән 55,9-ҙан 58-гә, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 52,6-нан 54-кә, химия буйынса 53,6-нан 57,7-гә, тарих буйынса 50,2-нән 53,2-гә тиклем артҡан.
Уҡыусыларҙың күпселеге әүәлгесә йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлай, хәйер, быйыл уға өҫтөнлөк биргән уҡыусыларҙың һаны биш процентҡа кәмерәк. Күберәк химияны, физиканы һайлай башлағандар, географияны тапшырыусылар бик аҙ.
2017 йылда 18 меңдән ашыу уҡыусы ун беренсе класты тамамлаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика