17:28 (UTC+5), 04 Июля 2017

Рәсәйҙә ҙур пластик шешәләрҙә һыра һатыу тыйылған

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 1 июлдән Рәсәйҙә һыраны ҙур пластик шешәләрҙә һатыуға тыйыу үҙ көсөнә инә.
Законды 2016 йылда Дәүләт думаһы ҡабул иткән, тип хәбәр итә «Комсомольская правда-Өфө» сайты. Тағы ла күпмелер ваҡыт уны ғәмәлгә ашырыуға киткән. 1 ғинуарҙан 1,5 литрҙан күберәк күләмдәге «пластик»та һыра етештереү тыйылды, 1 июлдән иһә ошондай һауытты һатыуға сикләүҙәр индерелде.
Закон һыраға ғына түгел, 1,5 литрҙан күберәк күләмдәге башҡа спиртлы продукцияға ла ҡағыла.
Был ҡағиҙәләрҙе боҙған компанияларға һәм уларҙың етәкселәренә ҙур штрафтар янай. Юридик берәмектәр өсөн ул — 300-500 мең, вазифалы кешеләргә 100-200 мең һум тәшкил итә.
Закон проекты авторҙары билдәләүенсә, илдә «бик күп күләмдә» һыра эсеү күҙәтелә. Пластик һауыттың арзанлығы халыҡҡа ошо эсемлекте һатып алыу өсөн ҡулай, ҙур күләм иһә күберәк эсергә мәжбүр итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика