Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2017, 16:02

Өфөлә водителдәрҙе тығын ваҡытында яңы «шаҡмаҡ билдәгә» сыҡҡан өсөн штраф хаҡында иҫкәртәләр

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда йөрөй торған юлға тәүге тапҡыр эксперименталь «шаҡмаҡ билдә» төшөрҙөләр. Ул Өфөлә Әй һәм Революция урамдары киҫелешендә барлыҡҡа килде, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, юлдың был участкаһы осраҡлы һайланмаған, сөнки тап ошонда тығындар йыш була. Үҙенсәлекле билдә шунан ғибәрәт: тығын ваҡытында киҫелештең уртаһындағы һары һыҙатлы шаҡмаҡҡа сығыу тыйыла. Ул тыйылған зона тип иҫәпләнә — унда туҡтарға ярамай.
Әгәр водитель тығын ваҡытында ошо билдәгә сығып, арҡыры йүнәлештә килгән транспортҡа юлды ҡаплаһа, уға 1000 һум штраф һалына.
Хоҡуҡ боҙоуҙар камераларҙа теркәлеп бара, тиҙҙән ошо юл сатында видеокамералар ҡуйыу ҡаралған, тип хәбәр иттеләр ЮХХДИ-да.
Өфө хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, киләсәктә ҡаланың башҡа йәнле киҫелештәрендә лә ошондай билдә төшөрөү күҙаллана. Ҡала хеҙмәттәре автомобилселәрҙе иғтибарлы булырға, юл билдәләренең талаптарын үтәргә саҡыра.
Читайте нас: