07:56 (UTC+5), 04 Июля 2017

Өфөлә битараф булмаған кешеләр арҡаһында туғыҙ законһыҙ сүплек юҡ ителгән

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөнөң Совет районында туғыҙ законһыҙ сүплек юҡ ителде. «Өфө ҡалаһының экологик картаһына» вайымһыҙ булмаған кешеләрҙән уларҙың урынлашҡан урыны хаҡында ғаризалар килде.
Атап әйткәндә, коммуналь хеҙмәттәрҙең эшселәре Пролетарҙар, Крупская, Генерал Горбатов, 3-сө Район, Баргузин урамдарында тәртип урынлаштырҙы, тип хәбәр итә район хакимиәте.
Өфө ҡалаһы Совет районының тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү идаралығында законһыҙ сүплектең бактериялар сығанағы булып тороуы хаҡында иҫкәртәләр. Бындай урындарҙа сысҡандар һәм ҡомаҡтар тиҙ үрсей, эйәһеҙ бесәйҙәр һәм эттәр йыйыла. Эргә-тирәләге биләмәлә йөрөгәндә улар төрлө инфекциялар һәм ауырыуҙар тарата, был иһә йыш ҡына эпидемияға сәбәпсе була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика