Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2017, 08:18

Төбәктә «Асыҡ һауа» авиация һөйөүселәр слеты: нисек булды ул?

Олег Яровиков
Олег Яровиков
«Асыҡ һауа» XII бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слеты һәм үтә еңел спорт авиацияһы буйынса Рәсәй чемпионаты 29 июндән Кушнаренко районының «Первушино» аэродромында уҙҙы. Саралар Рәсәй ДОСААФ-ның 90 йыллығына арналды.
Өс көн дауамында майҙансыҡ бихисап тамашасаны йыйҙы. Аптырарлыҡ түгел. Сара шаһиттары билдәләүенсә, парапланер спорты оҫталарының хәүефле вираждарынан уларҙың, ситтән күҙәтеүселәрҙең, тыны ҡыҫыла.
Тамашасылар һауа шоуын ғына түгел, техник зонаны ла ҡарай алды. Һәр теләүсе самолеттарға яҡын барып, фото төштө, пилоттар менән аралашты.
Һауа программаһына 25-ләгән һауа судноһы һәм 40-лаған экипаж ағзаһы йәлеп ителде. Быйыл унда бик күп юғары пилотаж: Төмәндән Як-55 самолеты менән танышыу булды. Әйтеп киткәндә, Рәсәйҙә бындай ни бары өс самолет ғына ҡалған. Бынан тыш, Ульяновскиҙан Як-52 самолеты осоп күрһәтте. Һамарҙан Бөйөк Ватан һуғышының легендар самолеты килде. Ул әлеге көндә лә оса. Барлыҡ теләүселәр ошо самолетты хәрәкәттә күҙәтә алды.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: