Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.73
0
90.47
0
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2017, 12:47
Өфөлә күптәнге пляждарҙың береһе һыу инеү миҙгеленә әҙер
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Дуҫлыҡ монументына ҡаршы ярҙағы «Ҡояшлы» пляжы һыу инеү миҙгеленә тулыһынса әҙер.
«Ҡала хеҙмәттәре эшселәре һәм эҙләү-ҡотҡарыу отряды водолаздары таҙартыу, төҙөкләндереү эштәрен ваҡытында башҡарҙы. 1 июндән ҡотҡарыусыларҙың дежурлығы ойошторолған», — тип хәбәр иттеләр Киров районы хакимиәтендә.
Муниципалитет биләмәһендә урынлашҡан ете «ҡырағай» пляжда тыйыусы аншлагтар ҡуйылған. Тап һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа бәхетһеҙ осраҡтар йыш теркәлә, тип иҫкә төшөрҙөләр муниципалитетта.
Теги:
пляждар
ҡотҡарыусылар
һыу инеү миҙгеле
Читайте нас