02:26 (UTC+5), 03 Июля 2017

Башҡортостанда Рәсәйҙең иң яҡшы һабансыһы асыҡланды

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда илдең иң яҡшы һабансыһын атанылар. Еңеүсе – Рязань өлкәһенән Андрель Шаль УАз Пикап автомобиле менән бүләкләнде. Шәмбе, 1 июлдә, ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең VI асыҡ чемпионаты еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Өфө районында уҙған ярыштарҙа Рәсәйҙең 30 төбәгенән иң яҡшы механизаторҙар, шулай уҡ Европанан коллегалары ҡатнашты.
Икенсе урын – Удмуртиянан Вадим Зарецкийҙа, өсөнсө – Ленинград өлкәһенән Александр Дерюгинда.
Шулай уҡ махсус номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнде. Мәҫәлән, Башҡортостандан чемпионатта йыл һайын ҡатнашыусы Илдар Ишекәев «Еңеүгә ынтылыш өсөн» бүләкләнде. 2015 йылда ул Саратов өлкәһендә «Трактор-шоу»ҙа өсөнсө урын яуланы.
Тверь өлкәһенән иң йәш ҡатнашыусы Владимир Зуев «Чемпионат юниоры» булды. «Һабан королеваһы» номинацияһында Башҡорт дәүләт аграр университетынан Әлиә Яҡупова еңде.
Ирландиянан Джон Стивен Уилан асыҡ зачетта беренсе булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика