10:22 (UTC+5), 03 Июль 2017

Башҡортостанда 100 балл йыйған уҡыусылар ниндәй ҡалаларҙы һәм вуздарҙы һайлай – сығарылыш уҡыусыларының әйтеп биреүе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге ағымы тамам, әммә имтихандарҙың һөҙөмтәлере ҡайһы бер фәндәр буйынса билдәле түгел. Бөгөнгә республикала 35 сығарылыш уҡыусыһы максималь 100 балл йыйған. Ул Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әлшәй, Мишкә, Шишмә һәм Федоровка райондары вәкилдәре. Улар күптән инде юғары уҡыу йортон һайланы.
100 балл йыйғандарҙың күбеһе Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты һайланы. Был исемлектә: Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеүҙәр университеты, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, О.Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик академияһы, Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Академик И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты, Н.И.Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеүҙәр медицина университеты һәм И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты; Санкт-Петербург дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт аэрокосмик приборҙар эшләү университеты, Санкт-Петербург дәүләт мәғлүмәти технологиялар, механика һәм оптика университеты (Милли тикшеренеүҙәр университеты), Г.В. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау институты (техник университеты).
Рәсәйҙең абруйлы юғары уҡыу йорттарын һайлаусы кисәнге уҡыусылар уларҙа белем биреү кимәле юғарыраҡ, тыуған йорттан алыҫтан үҙаллылыҡҡа тиҙерәк өйрәнәсәктәр тип иҫәпләй.
Әммә 100 балл йыйғандар һәм миҙалсылар араһында республиканан алыҫҡа китмәгәндәр ҙә бар, улар Өфө вуздарын һайланы: Башҡорт дәүләт университетын, Башҡорт дәүләт медицина университетын, Өфө дәүләт нефть техник университетын һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын.
Быйыл Башҡортостан мәктәптәре 17,5 мең 11 класс уҡыусыһын сығарҙы. Республика юғары уҡыу йорттары бюджетҡа 9943 беренсе курс студентын, улар иҫәбендә 5633 – бакалавр, 1521 – белгес, 2789 магистрҙы алырға әҙер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика