12:56 (UTC+5), 03 Июля 2017

Баш ҡалала республиканың йәш ғалимдары араһында иң яҡшы ғилми эшкә конкурс еңеүселәре билдәләнде

Рәсәй Йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә республиканың йәш ғалимдары араһында иң яҡшы ғилми эшкә конкурс еңеүселәре билдәләнде. Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы кесаҙна, 6 июлдә, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының конференциялар залында үтә.
Ойоштороу комитетына 35 йәшкә тиклемге аспиранттарҙан, фән кандидаттарынан һәм 40 йәшкәсә фән докторҙарынан, шулай уҡ йәш ғилми коллективтарҙан эштәр килде.
«Гуманитар фәндәр» һәм «Тәбиғи фәндәр» номинацияларында мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар араһында Шишмә районынан гимназист Камил Фазлетдинов, Өфөләге «Вектор» балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге тәрбиәләнеүселәре, 98-се мәктәп уҡыусылары Илья Крестов һәм Аделина Дәүләтшина, баш ҡаланың «Эколог» экология-биология үҙәге вәкилдәре: 110-сы мәктәп уҡыусыһы Азалия Рәжәпова һәм 7-се дөйөм белем биреү мәктәбенән Азалия Хәсәнова еңеүсе булды.
Еңеүселәрҙең исемлеге менән Рәсәй Йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин.
Бүләкләү тантанаһы көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика