04:40 (UTC+5), 30 Июня 2017

Өфө журналистары «Рәсәй патриоты-2017» бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсында көмөш призерҙар булды

Дмитрий Аксаев
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. РБК-Өфө сайты хәбәрсеһе Станислав Шахов «Рәсәй патриоты-2017» бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсында көмөш призер булды. Ул «Йәш Рәсәй» номинацияһында икенсе урын яуланы. Жюри уның Сәрмәндә станоктар етештереүҙе һәм Ҡырмыҫҡалыла сыр ҡайнатыу эшен асҡан йәш эшҡыуарҙар тураһындағы мәҡәләләрен, ҡотҡарылған айыу балаһы хаҡындағы лонгридты баһаланы. Былтыр ошо уҡ конкурста хеҙмәттәшебеҙ өсөнсө урын алғайны.
Шулай уҡ «Йәш Рәсәй» номинацияһында «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Байтулла Фәтҡуллин ауылда эшҡыуарлыҡ темаһын яҡтыртҡаны өсөн икенсе урынға лайыҡ.
Конкурс жюрийы ағзаларының аналитик яҙмаһында былай тип билдәләнә: «Станислав Шахов (РБК-Өфө сайты) көнүҙәк һәм мәңгелек теманы өйрәнә. Автор ауылда эшләүсе йәштәр тураһында сюжеттар яҙа: «Башҡортостанда йәшәүсе егеттең ауылда нисек Рәсәй ҙурлығында бизнес асыуы» (Азат Вильданов өс йыл эсендә колхоздың ташландыҡ биналары нигеҙендә табышлы предприятие асҡан. Ул бөтә Рәсәй биләмәһе буйлап заманса спорт тренажерҙарын етештереп һата); «Нефтсенән сыр ҡайнатыусыға» (Айрат Әхмәҙуллин нефть өлкәһендәге карьераһын ҡалдырып, туғандары менән 13 итальян сыр төрөн етештереү буйынса үҙ производствоһын аса).
Был авторҙың «Башҡортостанда Тываның айыу балаһын нисек ҡотҡарыуҙары» мәҡәләһе айырым килә. Алға китешкән, әммә хатта интернет-киңлегендә әлегә бик һирәк осраған лонгрид форматы энтузиаст ҡыҙҙың – яҙыусы Анна Пантера Арбатскаяның нисек милли паркка ике айлыҡ тайыш табанды килтереү өсөн автомобилдә дүрт мең саҡрым юл үтеүе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй».
Еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың тулы исемлеге менән конкурс сайтында танышырға мөмкин.
Электрон һәм матбуғат киң мәғлүмәт сараларында патриотик тәрбиә биреү темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға «Рәсәй патриоты-2017» бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсы быйыл апрелдә иғлан ителде. Конкурс патриотик тәрбиә биреү йолалары һәм заманса бурыстар менән бәйле илһөйәрлек тематикаһын киң мәғлүмәт саралары сағыу һәм төрлө яҡтан яҡтырһын өсөн дәртләндереү сараһы булып тора.
Конкурста ҡатнашыуға киң мәғлүмәт сараларында 2016 йылдың 1 майынан 2017 йылдың 30 апреленә ҡәҙәр илһөйәрлек йүнәлешендә материалдары баҫылған электрон киң мәғлүмәт саралары, интернет-проекттар, шулай уҡ авторҙар (авторҙар коллективы) саҡырылды.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын 2017 йылдың июлендә Үҙәк федераль округта уҙғарыу күҙаллана. Еңеүселәргә Рәсәй матбуғатының иҫтәлекле билдәләре һәм дипломдары тапшырыласаҡ.
Конкурстың ойоштороусылары – Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы, Рәсәй субъекттарының башҡарма власть органдары, Рәсәй Журналистар союзы ҡатнашлығында Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ. «Рәсәй патриоты» конкурсы «2016-2020 йылдарға Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү» дәүләт программаһына ярашлы уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика