05:29 (UTC+5), 30 Июня 2017

Баш ҡалала снайпер Наталья Ковшованың граффити-портретын төшөрөү буйынса эш тамамланды

Өфө хакимиәте
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә рәссам Артур Фазылов Сипайлово биҫтәһендә Наталья Ковшова урамында снайпер һәм Бөйөк Ватан һуғышы Геройының граффити-портретын төшөрөп бөттө. Эш ай ярым барҙы. Һүрәтте төшөрөү урыны итеп урындағы халыҡ 6-сы йорттоң диуарын һайланы. Күп ҡатлы бинаның тышҡы яғы граффити төшөрөр алдынан йылытылды, шулай уҡ ихата биләмәһе тәртипкә килтерелде, тип һөйләнеләр муниципалитетта.
Башҡортостандан 278 Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙары исемлегендә ни бары ике ҡатын-ҡыҙ. Ул – Бәләбәйҙән летчик Мәғүбә Сыртланова һәм Өфөнән 22 йәше лә тулмай һәләк булған Наталья Ковшова. Уның хөрмәтенә Өфө урамына исем бирелгән, йыл һайын еңел атлетика марафоны уҙғарыла. Граффити-портреттың нисек төшөрөлөүе тураһында ҡыҫҡа видеола ҡарарға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика