08:20 (UTC+5), 30 Июнь 2017

Бөгөн Өфө районында ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаты асыла

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн сәғәт иртәнге 10-да Өфө районында ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең VI асыҡ чемпионаты асыла. Сараның ойоштороусылары – Башҡортостан хөкүмәте һәм «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте.
Ике көн дауамында ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ һәм эшкәртеү ҡорамалдары, Башҡортостандың бренд продукцияһы, республиканың ауыл хужалығы предприятиелары һәм халыҡ кәсептәре, «Башҡортостандың милли ихатаһы», «Уңышҡа бай түтәл» һәм «Тере ферма» күргәҙмәләре эшләйәсәк.
«Конкур» ат-спорт шоуы, «Трактор-шоу» — трактор менән идара итеү оҫталығы бәйгеһе, техникаларҙы, ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәреү күрһәтеү, урта махсус белем биреү йорттары уҡыусылары араһында «Иң яҡшы тракторсы-машинист» һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтәсәк.
Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иң яҡшы музыкаль коллективтары һәм популяр башҡарыусылары ҡатнашлығында ҙур байрам концертын уҙғарыу, конференциялар, семинарҙар, кәңәшмәләр ойоштороу күҙалланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика