04:52 (UTC+5), 29 Июня 2017

Асҡын районында «КардиоКвадра» төбәк-ара конференцияһы үтә

Карина Камаева
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кесе йома, 29 июндә Асҡын районының «Танып» шифаханаһында «КардиоКвадра» икенсе төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында Республика кардиология үҙәге.
Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре табиптары ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк, кардиология хеҙмәтен үҫтереү перспективаларын һәм йөрәк ауырыуҙарын, шул иҫәптән оло кешеләрҙә йөрәк алды фибрилляцияһын һәм онкопатология менән ауырыуҙарҙа артериаль гипертонияны заманса дауалау алымдарын өйрәнәсәк. Сара халыҡҡа кардиологик ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыу һәм кардиолог табиптары, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары, терапевтары, дөйөм практика табиптарының квалификацияһын күтәреү маҡсатында уҙғарыла, тип хәбәр итә төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика