06:49 (UTC+5), 28 Июня 2017

Шанхай рейтингы: Өфө авиация университеты донъяның иң яҡшы вуздары иҫәбендә

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт авиация техник университеты Global Ranking of Academic Subjects (ARWU) Шанхай предметлы университеттар рейтингына ингән 12 Рәсәй вуздары иҫәбендә. Өфө авиация университетынан тыш уға Мәскәү, Санкт-Петербург, Томск, Новосибирск дәүләт университеттары, Томск политехника университеты, Юғары иҡтисад мәктәбе, Мәскәү физик-техника университеты, Милли тикшеренеү йәҙрә университеты, Милли технологиялар университеты, Бөйөк Петрҙың Санкт-Петербург политехника университеты һәм Белгород дәүләт милли тикшеренеүҙәр университеты ингән, тип аңлаттылар вуздың матбуғат үҙәгендә.
Былтыр Өфө дәүләт авиация техник университеты шулай уҡ ошо исемлеккә инде, ул саҡта инженер фәндәре буйынса махсус рейтинг баҫылып сыҡты.
Быйылғы рейтингта 52 фән өлкәһе ҡаралған, 4 мең самаһы университет баһаланған. Финал өлөшөнә 1409 университет ингән. Иң яҡшы юғары уҡыу йорттары биш критерий нигеҙендә билдәләнгән: ғилми эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге, өҙөмтә килтереү индексы, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, иң яҡшы журналдарҙа мәҡәләләр һаны, халыҡ-ара наградаларҙың һәм премияларҙың барлығы.
Шанхай рейтингы – юғары уҡыу йорттарының билдәле донъя рейтингы. Times Higher Education версияһы буйынса «5-100» программаһы уға, шулай уҡ QS World University Rankings һәм донъяның иң яҡшы университеттары рейтингына йүнәлтелгән. Проекттың бурыстарының береһе – ошо һәр исемлектә биш Рәсәй вузы.
РБК-ға Юғары иҡтисад мәктәбенең үҫеш программаһы директоры Ирина Карелина аңлатыуынса, Шанхай предметлы университеттар рейтингын иң «талапсан» тип иҫәпләйҙәр, сөнки ул тик библиометрик күрһәткестәрҙе һәм университет хеҙмәткәрҙәренең эш осоронда төрлө өлкәләрҙә алған юғары премиялар барлығы күрһәткесен генә ҡуллана.
«Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығының «Социаль навигатор»ы тарафынан әҙерләнгән тикшеренеүҙең рус телле версияһы сығыуы абитуриенттарҙың Рәсәй һәм сит ил университеттарын һайлағанда ошо көндәрҙә айырыуса көнүҙәк», — тип «Социаль навигатор» етәксеһе Наталья Тюринаның һүҙҙәрен килтерә агентлыҡ.
Уның билдәләүенсә, рейтинг ниндәй вуздарҙың ысынлап тикшеренеү потенциалын һәм етди академик абруйға эйә булыуын күрһәтә. Ул үҙ тормошон фән менән бәйләргә теләгән мәктәпте тамамлаусылар өсөн бик мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика