02:07 (UTC+5), 28 Июнь 2017

Рөстәм Хәмитов «Арт-КВАДРАТ» проекты менән танышты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Арт-КВАДРАТ» креатив ҡала киңлеген булдырыу проекты менән танышты.
Проект Өфөнөң тарихи үҙәгендә — Чернышевский, Мостай Кәрим, Коммунистик һәм Ленин урамдары менән сикләнгән кварталда ижади кластерҙы барлыҡҡа килтереүҙе күҙ уңында тота. Уны ғәмәлгә ашырыу барышында 30-ҙан ашыу бина төҙөкләндереләсәк һәм яңыртыласаҡ, туранан-тура йәйәүлеләр өсөн юл һалынасаҡ. Ғәмәлдәге авария хәлендәге йорттар яңы һулыш аласаҡ. Бында офистар, магазиндар, кафе, ресторандар, оҫтаханалар, художество салондары, коворкинг-зоналар һәм башҡа ижтимағи һәм ижади киңлектәр урынлашасаҡ.
«Арт-КВАДРАТ» креатив йәштәрҙе йәлеп итеү урыны, Өфө халҡы өсөн ысын ял итеү зонаһы һәм ҡаланың тағы ла бер ижади үҙәге буласаҡ тип күҙаллана. Бында лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, кино күрһәтеүҙәр, йәрминкәләр, дизайнер һәм архитектура фестивалдәре, ижади күргәҙмәләр, концерттар үтәсәк. Әле уҡ бында проектты тормошҡа ашырыуҙа алдынғы урам рәссамдары, архитекторҙар ҡатнаша. «Арт-КВАДРАТ»та бейеү фестивалдәре, шиғри кисәләр, йәрминкәләр һәм байтаҡ ҡатнашыусыларҙы йәлеп иткән башҡа саралар уҙа.
«Арт-КВАДРАТ» ҡала халҡында ихтыяжлы буласаҡ, тип ышана проект инициаторҙары, сөнки алдынғы университеттарға һәм башҡа уҡыу йорттарына, ҙур бизнес-үҙәктәргә, сауҙа комплекстарына һәм эшлекле тормош менән йәшәүсе урамдарға һәм күңел асыу йорттарына яҡын урынлашҡан. Бында хәҙер үк ошо биләмә тирәләй йәйәүлеләр трафигы тәүлегенә 25 мең кеше тәшкил итә.
Рөстәм Хәмитов «Арт-КВАДРАТ» етәкселеге менән проектты тормошҡа ашырыу буйынса проблемалы мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереүҙе, инженер селтәрҙәрен төҙөүҙе, биләмәне төҙөкләндереүҙе тикшерҙе. Төбәк Башлығы ҡала власы, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар менән ижади киңлекте төҙөү буйынса көстө тупларға ҡушты.
- Ҙур, яңы проект. Былар барыһы ла дөрөҫ, бөтөнләй һәйбәт. Беҙгә туристар, сауҙа, мәғариф, мәҙәниәт кәрәк. Әммә эш күләме бик ҙур, – тине республика етәксеһе. – Барыһын да тикшерергә һәм бергәләп эшләргә кәрәк. Бәлки дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында уйланыу урынлы булыр.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика