07:30 (UTC+5), 28 Июня 2017

Башҡортостан «Ҡандракүле» туристарҙың иң популяр милли тәбиғәт парктары иҫәбенә ингән

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың Туймазы районындағы «Ҡандракүл» милли тәбиғәт паркы Рәсәй туристарында иң популяр урындар иҫәбенә ингән. Милли парктарға йөрөү һәм тәбиғәт ҡурсаулыҡтарына сәләмәтләнеү маҡсаты менән барыу модаға инә башланы, тип яҙа «Известия» гәзите.
Сәйәхәтселәр тәү сиратта тәбиғәт матурлығы һәм таҙа тирә-яҡ мөхит өсөн барғанда экологик туризмды үҫтереү – донъя туриндустрияһында иң перспективалы йүнәлештәрҙең береһе, тип хәбәр иттеләр баҫмаға Туризм буйынса федераль агентлыҡта. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә экотуристарҙың һаны яҡынса 3-5 процентҡа үҫкән. Былтыр сәйәхәтселәрҙең ҡыҙыҡһыныуы нығыраҡ артҡан.
«2016 йылда Рәсәйҙә экотуристарҙың һаны 2015 йыл менән сағыштырғанда 10 процентҡа артҡан һәм 9 миллион кеше тәшкил иткән. 2017 йылда үҫеш дауам итә», – тип билдәләнеләр Туризм буйынса федераль агентлыҡта.
Ведомствоның мәғлүмәттәре буйынса, рәсәйҙәрҙең иң популяр милли тәбиғәт парктары иҫәбенә баш ҡала төбәгендә «Мышы утрауы», Краснодар крайында «Сочи», Иркутск өлкәһендә «Байкал буйы», Калининградта «Курш салғыһы», Ҡабарҙы-Балкарияла «Эльбрус буйы», Красноярск крайында «Шушен урманы», Башҡортостанда «Ҡандракүл», Вологод өлкәһендә «Рус төньяғы», Саратов янында «Хвалынский» һәм Татарстанда «Түбәнге Кама» ингән. Экотуризмда перспективалы йүнәлештәр тип Алтай крайын, Карелия һәм Яҡут республикаларын атайҙар.
Рәсәйҙә экологик туризмға ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы сит ил сәйәхәтселәрендә лә билдәләнә. Рәсәй медицина туризмы ассоциацияһының мәғлүмәттәре буйынса, экотуристар Рәсәйгә Бөйөк Британиянан, Италиянан, Франциянан, Ҡытайҙан, Германиянан, Америка Ҡушма Штаттарынан, Израилдән, Испаниянан, Япониянан, Көньяҡ Кореянан, Ирандан килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика