ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда республиканың иң көньяҡ нөктәһен
билдәләнеләр. Ошо хаҡта мәғлүмәт Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылында үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамында яңғыраны. Нәҡ Ҡужанаҡ Башҡортостандың иң көньяҡ нөктәһе булып тора, тип хәбәр итте байрамда ҡатнашыусы Ейәнсура районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Басыр Хәбибуллин. «Башинформ» агентлығына Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүләксәһендә был мәғлүмәтте раҫланылар яҡын арала ошоно белдереүсе махсус стела ҡуйыласағын билдәләп.