12:15 (UTC+5), 27 Июнь 2017

Башҡортостан йәштәре «iВолга-2017» мәғариф форумы гранттарын алды

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан йәштәренең проекттары Волга буйы федераль округының «iВолга-2017» йәштәр мәғариф форумы гранттары менән билдәләнде. Һамар өлкәһендәге форумға округтың 14 төбәгенән һәм 20 илдән 2000-дән ашыу ҡатнашыусы йыйылды.
Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Инновациялар һәм техник ижад», «Мәҙәни БУМ», «Тыуған төйәк – ҙур мөмкинлектәр», «МедиаТулҡын», «Патриот», «Изгелек быуыны», «Сәйәсәт», «Спорт менән шөғөлләнгән йәштәр – сәләмәт милләт», «Һин – эшҡыуар» мәғариф сменаһы, шулай уҡ «iВолгаGlobal» халыҡ-ара сменаһы әүҙем эшләне.
Алдан күҙалланыуынса, форумда экология темаһына ҙур иғтибар бүленде, инновация проекттары конкурсы төп йүнәлештәрҙең береһе булды.
Форумдың хәл иткес федераль этабына Башҡортостандан 20 ҡатнашыусы үтте. Финалда республика вәкилдәре үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн дүрт грант алды.
Башҡорт дәүләт аграр университетынан Катерина Малютина «Вирусһыҙ картуф алыу технологияһы» проекты өсөн 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Ошо уҡ уҡыу йортонан Алмаз Ғатауллин «Хитомилан. Бал ҡорттары өсөн яңы быуын дарыуы» проекты өсөн 200 һумлыҡ грант отто. Форумға килгән Ингушетия Башлығы Юнус-Бек Евкуров ошо эшкә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм Башҡорт аграр университеты студентының продуктын үҙе менән алып китте.
Өфө дәүләт авиация техник университетынан Тимур Йософов «E-Ti» электр мотоциклы идеяһы өсөн 200 мең һум күләмендәге грант алды.
Форум барышында ойошторолған инновациялар күргәҙмәһендә Илдар Атйетәров та 150 меңлек грантҡа лайыҡ булды.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Виктория Николаева «Мәҙәни БУМ!» сменаһында «Байконур» космодромына барыу кеүек дәртләндереү призы менән бүләкләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика