Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.17
-0.1
90.73
-0.57
62.51
+0.52
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2017, 15:20

Республикала йылғаларҙа һыуҙың артыуы теркәлгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.
Башҡортостан биләмәһендә көндәрҙең ямғырлы тороуы арҡаһында йылғаларҙа һыуҙың артыуы күҙәтелә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап, Башҡортостандың Ғәҙәттәр тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Йүрүҙән йылғаһында һыу 27 сантиметрға, Эҫемдә — 22, Ағиҙелдә — 2, Инйәрҙә — 12, Ҡариҙелдә — 1, Әй йылғаһында 4 сантиметрға артҡан.
Синоптиктар фаразлауынса, көслө ямғырҙар арҡаһында 23 июндән 27-гә тиклем төбәк биләмәһендә Эҫем, Инйәр, Ләмәҙ тау йылғаларында артабан да һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә. Түбән урындарҙа йылғаларҙың һыубаҫар туғайға сығыуы ихтимал.
Читайте нас