03:58 (UTC+5), 23 Июня 2017

Өфөлә Ҡырғыҙстан Президентының хәләл ефете ПЭТ-үҙәктең һәм «Мәрхәмәт» хәйриә фондының эше менән танышты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Кесе йома, 22 июндә, Ҡырғыҙстан Президентының хәләл ефете Рәйсә Атамбаева һәм Башҡортостан Башлығының тормош иптәше Гөлшат Хәмитова Өфөләге «ПЭТ-Технолоджи» медицина үҙәгенең эше менән танышты.
Позитрон-эмиссия томография үҙәге республиканың баш ҡалаһында 2014 йылда асылды, был ваҡыт эсендә 12 меңдән ашыу кеше тикшереү үтте.
Ҡунаҡтар «кибер-бысаҡ» – 0,1 миллиметрға тиклем дөрөҫ гамма-нурланыш менән яман шешкә тәьҫир итә алған уникаль аппарат ҡуйылған операция бүлмәһендә булды. Үҙәк табиптары һөйләүенсә, «Кибер-бысаҡ» – 3D планлаштырыу системаһы һәм планлаштырыу сифатын баһалау системаһы менән Рәсәйгә индерелгән һуңғы аппараттарҙың береһе.
3,5 йыл эсендә ошо аппарат менән меңдән ашыу кеше дауаланды, быйыл – 200 самаһы. Башҡортостан халҡы өсөн дауаланыу бөтөнләй бушлай.
Үҙәктең баш табибы Елена Елхова ҡунаҡтарҙы аппараттың үҙенсәлектәре, дауалау процесының нескәлектәре менән таныштырҙы.
Көн һайын үҙәктә нисә кешене ҡабул итеүҙәре һорауына яуап биреп, баш табип – 10-12 кеше тине.
ПЭТ-үҙәктә ауырыуҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек биргән позитрон-эмиссия һәм компьютер томографияһын – ике тикшереү алымын берләштереүсе заманса технология ҡулланыла. Ул тик бер тикшереү үткәреп, кеше органдарын һәм системаларын ентекләп өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Позитрон-эмиссия томография ярҙамында – хатта миллиметрлыҡ яман шеш структураларын асыҡларға, ә компьютер томографияһы менән яман шеште таралыуҙан туҡтатырға мөмкин.
Рәйсә Атамбаева һәм Гөлшат Хәмитова менән әңгәмәлә Өфөләге ПЭТ-үҙәк онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау буйынса дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә ойошторолған Рәсәйҙә тәүге медицина учреждениеһы булыуы билдәләнде.
Артабан Рәйсә Атамбаева һәм Гөлшат Хәмитова «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фондының сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә булды. Үҙәктең тәрбиәләнеүселәре – 250 кеше. Фонд директоры Айгөл Гәрәева һөйләүенсә, балалар Үҙәккә мәктәпкә йөрөгән кеүек сентябрҙән май айына хәтлем йыл әйләнәһенә йөрөй.
Ҡунаҡтар балалар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары менән аралашты, балалар менән дәрестәрҙең нисек барғанын, уларҙың нимәгә өйрәнгәнен ҡараны.
Йәш таланттар концерт номерҙары менән сығыш яһап, үҙ һәләттәрен күрһәтте. Осрашыу һуңында ҡунаҡтар балалар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика