04:08 (UTC+5), 22 Июня 2017

Төбәк Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары Ирәмәлдә өмә үткәрҙе

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе активистары «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә өмә үткәрҙе. Йәмәғәтселәр туристарҙың арттарынан ҡалған сүп-сарҙы таҙартты. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Генераль йыйыштырыу» республикалағы экология проекты координаторы Мурад Шафиҡов билдәләүенсә, Ирәмәл тауындағы ҡалдыҡтар – ул кешеләрҙең туранан-тура экологик мәҙәниәте булмағанлыҡ һөҙөмтәһе.
«Үҙексәлекле флора һәм фауна, риүәйәттәр менән солғап алынған бөйөк Ирәмәл тауҙары бөтә ил туристарын үҙенә йәлеп итә, – тип һөйләне Мурад Шафиҡов. – Туристик миҙгел һайын тау түбәһенә бер нисә мең кеше үрләй. Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре уларҙың һәр ҡайһыһы артынан йыйыштырып өлгөрмәй. Биләмәне тәртиптә тотор өсөн, ни бары һәр ял итергә килеүсенең артынан үҙ сүп-сарын алып китеүе генә кәрәк».
Халыҡ фронтының вәкиле әйтеүенсә, Ирәмәлдәге ҡалдыҡтар тәбиғәт паркының тышҡы торошон ғына боҙмай, ә ошо биләмәгә экологик зыян да килтерә.
«Урындағы халыҡ Ирәмәлде «көс урыны» тип йөрөтә. Әгәр беҙ уға әлегеләй ҡараһаҡ, иң матур Көньяҡ Урал түбәләренең береһе сүплеккә әйләнеүе мөмкин. Уның урынына йәнә бер «һоро» полигон буласаҡ»,– тип иҫәпләйҙәр төбәк штабында.
Ирәмәлдәге өмә – Халыҡ фронты вәкилдәренең Башҡортостандың тәбиғи парк биләмәләрен таҙартыу буйынса икенсе акцияһы булды. Май айында йәмәғәтселәр студент отряды вәкилдәре менән берлектә «Таҙа яр» акцияһын уҙғарҙы һәм Ҡандракүл буйын тәртипкә килтерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика