10:30 (UTC+5), 22 Июня 2017

Республикала йәшәүселәрҙең ялдың ниндәй төрөнә өҫтөнлөк биреүе билдәле булды

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика халҡы араһында йәйгеһен ялдың ниндәй төрөнә өҫтөнлөк бирәһегеҙ тигән социаль һорау алыу үткәрҙе. Тикшеренеүҙә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Респонденттарҙың яртыһынан ашыуы Башҡортостандағы ялды хуп күрә.
28,6% буш ваҡытын төбәктең һыу ятҡылыҡтарында ял итергә ярата. Ведомство мәғлүмәте буйынса, республика биләмәһендә меңгә яҡын йылға аға, өс мең самаһы күл бар. 21,4% экстремаль ял өсөн тауыш биргән. Туризмға өҫтөнлөк биргән кешеләр һанының йылдан-йыл артыуы билдәләнә. 2016 йылда ғына Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә 320-нән ашыу төркөм теркәлгән, улар араһында 2,5 меңе — балалар.
Сит илдәге ял да шунса процент йыйған.
«Барырға йыйынған дәүләткә хас үҙенсәлектәр менән алдан танышыу мөһим. Был һеҙгә сәфәргә дөрөҫ әҙерләнергә һәм кәрәкле әйберҙәр алырға ярҙам итәсәк. Башҡа кешеләрҙең ошо дәүләт, ҡала йәки ҡунаҡхана хаҡында фекерҙәрен уҡыу артыҡ булмаҫ», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
14,3% баҡсала, ҡала шау-шыуынан алыҫта ял итеүҙе һайлай. 4,8% диванда телевизор алдында ял итеүҙе хуп күрә. Мәҙәни ялға — музейҙарға, күргәҙмәләргә, иҫтәлекле урындарға килгәндә, уға ихтыяж аҙ — 2,4%.
«Ҡыш көнө статистика икенсе һандарҙы күрһәтер ине, моғайын. Йәй — ул сәйәхәттәр, саф һауа һәм йылы һыу ятҡылыҡтары, — тип йомғаҡ яһанылар ведомствола. — Ниндәй ялды һайлаһағыҙ ҙа, иң мөһиме, ул хәүефһеҙ булһын».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика