Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2017, 14:16

Берҙәм дәүләт имтиханының яҡынса һөҙөмтәләрен Дәүләт хеҙмәттәре порталында белергә мөмкин

Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Берҙәм дәүләт имтиханының яҡынса һөҙөмтәләрен Дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин. Сервис реаль ваҡыт режимында эшләй һәм бушлай бирелә, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы.
Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһында раҫланған иҫәпкә алыу яҙмаһы булған барлыҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталы ҡулланыусылары имтихан һөҙөмтәләрен тиҙ генә белә ала. Бының өсөн теркәлергә йәки иҫәпкә алыу яҙмаһына инеп, электрон вариантта ғариза ебәрергә кәрәк.
Ғаризала исем-шәрифтең, паспорт мәғлүмәттәренең (серияһы күрһәтелмәй) һәм төбәктең дөрөҫлөгөнә иғтибар итеү, йә иһә берҙәм дәүләт имтиханын теркәү кодын яҙыу зарур. Бөтә имтихандар, шулай уҡ уларҙың һәр береһе буйынса мәғлүмәттәр алырға мөмкин.
Читайте нас: