07:59 (UTC+5), 22 Июнь 2017

Башҡортостандан янғын һүндереүсе кеше ғүмерен ҡотҡарғаны өсөн награда менән баһаланды

Зилә Абдуллина
Зилә Абдуллина
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күкрәккә тағыла торған «Ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән ошо көндәрҙә туғыҙ йыл янғын һүндереүсе булып эшләгән Туймазы районының Илсембәт ауылынан Илнур Шәрипов бүләкләнде. Уҙған йылдың ноябрь айында сираттағы янғынды һүндергән саҡта ул янғын звеноһы составында балкондың ишеген аса һәм беренсе булып янып торған бүлмәгә инә. Бүлмәләрҙең береһендә Илнур Шәрипов иҙәндә ятҡан ҡатын-ҡыҙҙы таба. Уға кислород битлеген кейҙереп, тышҡа алып сыға. Был ваҡытта төп ишекте асҡан хеҙмәттәштәре лә килеп етә һәм шунда уҡ янғынды һүндерә башлай. Уның 38-се янғын часында эшләү осоронда хәүефле осраҡтар аҙ булмай, улар тураһында Шәрипов, башҡа иптәштәре кеүек, ғәҙәттә һөйләп бармай. Әммә был юлы етәкселек ҡыйыу янғын һүндереүсене наградаға лайыҡ тип иҫәпләне.
Илнур Шәриповтың – ҙур һәм татыу ғаиләһе: тормош иптәше Лилиә һәм өс улы бар. Балалар атаһының батырлығы менән ғорурлана, уларға кемдән өлгө алырға бар, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика