07:23 (UTC+5), 22 Июнь 2017

Башҡортостанда Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбе сираттағы миҙгелен аса

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбе сираттағы, иҫәп буйынса алтынсы миҙгелен асыу тантанаһына саҡыра.
Сара 2 июлдә көндөҙгө сәғәт 3-тә ғәҙәттәгесә Дәүләкән районының Калиновка ауылында үтә.
Космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбе республикала 2011 йылдан алып эшләй. Йыл һайын йыһан менән ҡыҙыҡһыныусы балаларҙы Дәүләкән районында йыялар. Мәктәптең ойоштороусылары – Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм «Рада» спорт һунарсылары клубы. Бында балалар агрономияны өйрәнә, йыһанды яулау этаптары менән таныша һәм йондоҙло күкте буйһондороусылар менән осраша.
«Мәктәп эшләгән осорҙа бөтә илдән ике йөҙҙән ашыу бала уҡытыу курсын үтте – күбеһенсә ул А.Ф. Можайский исемендәге авиация һәм һауала осоу тарихы буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңеүселәр. Улар араһында рәсәйҙәр һәм хатта йыһан, авиация менән шөғөлләнеүсе сит ил вәкилдәре лә бар. Беҙҙә 12 Рәсәй һәм Советтар Союзы геройы – космонавтар, летчик-һынаусылар булды. Уҡытыу курсын 10 көнлөк түгел, ә 15-20 көнгә һуҙыуҙы, мәктәп даими эшләүҙе һорайҙар», — тип һөйләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, аэрокосмик мәктәбенең президенты һәм илһамландырыусыһы Вячеслав Аброщенко мәктәптең биш йыллығын билдәләгәндә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика