05:56 (UTC+5), 22 Июнь 2017

Башҡортостанда Хәтер һәм ҡайғы көнөндә иҫтәлекле саралар уҙғарыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн илдә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. 76 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башланды, Германия ғәскәрҙәре СССР-ҙың сиген үтеп, совет ҡораллы көстәренә һөжүм итте. Шунда уҡ миллиондарса ғаиләнең өмөттәре өҙөлдө, тотош быуындарҙың яҙмыштары селпәрәмә килде. Ләкин, атай-олатайҙарыбыҙ өлөшөнә төшкән бөтә ауырлыҡтарға һәм ҡайғы-хәсрәттәргә ҡарамаҫтан, Рәсәй ҡаршы торҙо.
Был көндә республикала дәүләт флагтары төшөрөлә. Бөтә мәҙәниәт учреждениеларына, телевидение һәм радиостанцияларға программанан күңел асыу сараларын һәм тапшырыуҙарын, шулай уҡ рекламаны алырға тәҡдим ителгән.
Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан Башҡортостанда иҫтәлекле саралар ойошторола. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге менән берлектә В.И. Ленин исемендәге паркта Александр Матросов һәйкәленә сәскә һалыу менән митинг үткәрә.
Сарала ҡатнашыусылар — ветерандар, хәрби-патриотик клубтарҙың тәрбиәләнеүселәре, кадеттар, курсанттар, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре, республиканың ҡала һәм райондарында йәшәүселәр.
Бөгөн депутаттар һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзалары шиғри флешмобта ҡатнаша.
Беренсе сара Башҡорт дәүләт медицина университетында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 3, 120-се аудитория) көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Депутаттар Константин Симоновтың «Көт мине» шиғырын уҡый.
Һуңынан, киске 5-се яртыла Өфө районы хакимиәтендә (Өфө, Цюрупа урамы, 6, 5-се ҡат) «Йәштәрҙең һәм йәш ғаиләләрҙең проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары. Йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендә ыңғай һәм кире тәжрибәләр» темаһына конференция һәм Өфө районының Йәштәр советы ойошторола.
Кисә, 21 июндән 22-нә ҡарай төндә Өфөнөң Дим районында «Хәтер шәме» акцияһы уҙҙы. Ҡала халҡы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверында һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә стела алдында шәмдәр яндырҙы. Өфөнөң Еңеү паркында ла ошондай «Хәтер шәме» акцияһы булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика