05:26 (UTC+5), 21 Июня 2017

Төбәк уҡыусыларын буласаҡ эш биреүселәрҙе ҡурҡытмаҫ өсөн социаль селтәрҙә сәхифә алып барырға өйрәтәсәктәр

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан уҡыусыларын үҙҙәренең социаль селтәрҙәге әүҙемлеге менән буласаҡ эш биреүселәрҙе ҡурҡытмаҫҡа өйрәтәсәктәр. Улар өсөн махсус рәүештә Рәсәй уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ, унда социаль селтәрҙә нимә баҫтырырға ярамағанлығын күрһәтәсәктәр.
Уҡыусылар интернетта баҫылған фотоһүрәт йәки текст нисек кире йоғонто яһай алыуын күрәсәк.
«Күп кенә ҡулланыусылар сәхифәләрендә урынлаштырған контент өҫтөндә уйланмай. Бөгөн банктар һәм эш биреүселәр үҙҙәренең буласаҡ клиенттары йәки хеҙмәткәрҙәренең сәхифәләрен өйрәнгәндәре береһе өсөн дә сер түгел. Балалар мәктәп эскәмйәһенән үк ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү киләсәктә ниндәй хәүефкә килтерә алыуын аңларға тейеш», — тип һөйләне Урал федераль университетының Юғары иҡтисад һәм менеджмент мәктәбе уҡытыусыһы Евгений Комоцкий.
Уның һүҙҙәренсә, был проблема әлеге ваҡытта айырыуса көнүҙәк һәм белем биреү йорттары хәҙер тормошобоҙға ныҡлап ингән яңы күренештәр хаҡында һөйләргә тейеш.
«Йышыраҡ фотолар буйынса өйрәнәләр. Мәҫәлән, әгәр кеше алкоголле эсемлек шешәһе менән ҡайҙалыр йорт алдында фотоға төшһә, уның ҡабул итеү комиссияһы йәки кадрҙар хеҙмәткәре алдында насар образ тыуҙырыуы ихтимал. Бынан тыш, текстар ҙа анализлана: кеше нимә тураһында яҙа, уның уй-фекерҙәре, нимәгә оҡшау билдәһе ҡуя, тимәк, уға нимә оҡшай. Ниндәй видеояҙмалар ҡарай һәм селтәрҙәге башҡа ҡулланыусылар менән нисек аралаша. Ҡулланыусылар уйламайынса ҡуйған башҡа мәғлүмәттәр ҙә байтаҡ. Уларҙы күҙәткәндәрен аңларға кәрәк инде. Әгәр элек диплом, аттестат, хеҙмәт кенәгәһен ҡарау етерлек булһа, хәҙер социаль селтәрҙәге сәхифә – иң мөһим факторҙарҙың береһе», — тип билдәләне Евгений Комоцкий.
Бушлай оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыу өсөн «Абитуриент УрФУ» берләшмәһенә инергә һәм «Я хочу» темаһына ғариза ҡалдырырға кәрәк. Ҡатнашыу бушлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика