02:39 (UTC+5), 21 Июня 2017

Республикала тағы өс фән буйынса БДИ һөҙөмтәләре билдәле булды: нисә уҡыусы физика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм әҙәбиәтте 100 балға белә?

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда тағы ла өс фән: физика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм әҙәбиәт буйынса БДИ һөҙөмтәләре билдәле булды. Быйыл физика буйынса берҙәм дәүләт имтиханында бер юлы 14 сығарылыш уҡыусыһы максималь 100 балл йыйған. Әҙәбиәт буйынса – йөҙ балл туплағандар бишәү, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса – берәү.
Уртаса балдар алдағы йылдарға ҡарағанда юғарыраҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында. Мәҫәлән, физика буйынса уртаса балл 51-ҙән 56-ға тиклем биш пунктҡа артҡан; йәмғиәтте өйрәнеү буйынса – 52,6-нан 54-кәсә, әҙәбиәт буйынса – 55,9-ҙан – 58,9 ҡәҙәр.
Ошо фәндәр буйынса билдәләнгән минималь баҫҡысты үтә алмаған БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың һаны кәмегән.
Әгәр сығарылыш уҡыусыһы һөҙөмтә менән ҡәнәғәт булмаһа, апелляция яҙырға кәрәк. Уны БДИ һөҙөмтәләрен алғандан һуң ике эш көнө дауамында бирәләр. Комиссияға ата-әсәләр менән килергә мөмкин, бөтә ҡатнашыусыларҙың да үҙе менән паспорты булырға тейеш. Әммә бер кем килмәһә лә, ялыуҙы эште тулыһынса ентекләп тикшереп, барыбер ҡараясаҡтар.
Төбәктең Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, БДИ-ның төп ағымы тамамланыуына ҡарамаҫтан, йомғаҡ яһарға иртә әле. 20 июндән алып 1 июлгә ҡәҙәр бөтә фәндәр өсөн ҡабаттан тапшырыу көндәре ҡаралған. Һөҙөмтәлә минималь балл йыя алмаған ҡатнашыусыларҙың иҫәбе кәмергә, ә юғары һәм 100 балл йыйыусыларҙың һаны артырға мөмкин. Резерв көндәрҙә имтихандарҙы бынан алдағы йылғы сығарылыш уҡыусылары, шулай уҡ мотлаҡ фәндәрҙең береһе (рус теле йәки математика) буйынса насар билдә алған йәки кисерерлек сәбәп буйынса имтиханға килмәгән быйылғы сығарылыш уҡыусылары тапшыра ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика