09:00 (UTC+5), 21 Июнь 2017

Өфөнөң «Телешко» телевидение мәктәбе Мәскәүҙә «Включайся!» балалар фестиваленең төп наградаһын яуланы

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң «Телешко» телевидение мәктәбенең йәш журналистар делегацияһы Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты. Ул илебеҙҙең баш ҡалаһында «Включайся!» балалар телевидениеһы фестиваленә үҙ эштәрен тәҡдим итте.
Жюри эшенең йомғаҡтары буйынса Өфө, Курск һәм Иркутск ҡалаларының йәш журналистары коптер ярҙамында үҙ ҡалаһының төп иҫтәлекле урындарына осоп барып, уларҙы яҡындан төшөргән «Крупно повезло» төбәк-ара проектының һынау сығарылышы күп һанлы «Хочу все знать» номинацияһында еңеүсе дипломына лайыҡ булды.
«Телешко» директоры Рөстәм Аҙнабаевтың һүҙҙәренсә, проект өлкән һәм балалар жюрийын да хайран ҡалдырҙы.
«Жюри ағзаларының береһе, «Дисней» һәм «Карусель» телеканалдары өсөн проекттарҙың баш режиссеры Антон Михалев осоусы камераларҙы ғәҙәттәгесә ҡулланмау менән тәүгә осрашыуын билдәләне. Тапшырыуҙа үҫмерҙәр Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен, Курскиҙа Ника һынын һәм Иркутскиҙа Александр III һәйкәлен яҡындан ҡарай», — тип һөйләне Рөстәм Аҙнабаев.
Рәсәйҙең өс ҡалаһынан «Телешко» йыйылмаһына награданы «Карусель» каналының баш мөхәррире Вера Оболонкина тапшырҙы.
Фестиваль барышында ҡатнашыусылар Мәскәү телеканалдарында, «Вечерний Ургант» проектын һәм Андрей Малаховтың «Пусть говорят» ток-шоуын төшөрөү майҙансыҡтарында булды. Бәләкәй уҡыусылар «Карусель» каналы өсөн «БУМ» тапшырыуында ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Тамыр» телеканалы шулай уҡ фестивалдең ике наградаһын яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика