13:47 (UTC+5), 21 Июня 2017

Өфөлә йәш ата-әсәләр балалар коляскалары менән парадҡа сыға

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 24 июндә Өфөлә туғыҙынсы тапҡыр «Коляскалар парады» ғаилә фестивале ойошторола. Балалар өсөн иң сағыу һәм үҙенсәлекле коляскаларҙың парады Ленин урамы буйлап «Башҡортостан» дәүләт концерт залынан алып И. Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына тиклем дауам итә.
Парадта ҡатнашыу өсөн колясканы «Экобалалар», «Бэби-мобиль», «Ғаилә экипажы», «Ҡайҙа теләйем, шунда борам», «Йәнле әкиәт», «СПОРТик» һәм «Сикһеҙ донъя» тематикаһына ярашлы биҙәргә кәрәк.
«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» социаль проекты менән партнерлыҡ һөҙөмтәһендә парадта өсөнсө йыл рәттән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар ҡатнаша. Бағыусылар улар өсөн иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгән.
«Сәләмәтлек паспорты» яңы әүҙемлек зонаһын индереү быйылғы йылдың төп үҙенсәлеге булмаҡсы. Ата-әсәләр балалары менән паспортта яҙылған эштәрҙе башҡарырға тейеш: тактиль юл буйлап үтеү, баланың һаулығы, үҫеше һәм кәйефе мәсьәләләре буйынса тар белгестәрҙән экспресс-консультациялар алыу, шулай уҡ иҫтәлеккә сенсор уйынсыҡ яһау. Сабыйҙарҙы логопед, кинезитерапевт, остеопат, массажист, психолог, балалар сирҙәре психосоматикаһы буйынса белгес күҙәтәсәк.
Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яңы сәләмәтлек зонаһы «Родился пораньше» социаль проекты, «Азатлыҡ» медицина үҙәге һәм «Добромама» социаль-хәйриә проекты менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы теркәү «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика