09:37 (UTC+5), 20 Июня 2017

Республикала «Сыңла, саңғы!» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Сыңла, саңғы!» бесән сабыусыларҙың республика фольклор байрамына ғаризалар ҡабул ителә. Байрам 7 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы эргәһендә ойошторола. Бесән сабыусылар ярышында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ғаризалар 1 июлгә тиклем gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә.
Фестивалдә ике кешенән торған (ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ) йыйылма йәки ғаилә командалары ҡатнашырға мөмкин. Ярыштар эстафета кеүек уҙғарыла. Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән салғы, тырма, һәнәк, ҡайраҡ, балта алырға, бесән саба торған кейемдә килергә тейеш.
Бесән сабыу, «Шифалы үләндәр», «Урман ашы», сәскә-үләндәрҙән бәйләм үреү, «Кәбән- лэнд-арт-объект» тәбиғәт ландшафтын биҙәү конкурстарын үткәреү көтөлә. Байрам барышында концерт программаһы, халыҡ уйындары ҡаралған.
Байрамды ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика