07:04 (UTC+5), 20 Июня 2017

Рәсәйҙең иң яҡшы табиптары Башҡортостанда эшләй: уларҙың ниндәй клиникаларҙа хеҙмәт итеүҙәре асыҡланды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан докторҙары Бөтә Рәсәй табиптар конкурсы йомғаҡтары буйынса иң яҡшылар иҫәбенә инде. Комиссия Рәсәйҙең 62 төбәгенән 653 конкурс эшен ҡараны. Һәр 29 номинацияла өс лидер билдәләнде. Улар араһында Башҡортостандан 4 табип бар, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Башҡортостан Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табибы-офтальмологы, балалар микрохирургия бүлеге мөдире Илдар Зәйнуллин илдә иң яҡшы офтальмолог тип танылды. Ул ошо номинацияла беренсе урынға лайыҡ булды.
1-се республика тире-венерология диспансеры табибы-дерматовенерологы, консультация-диагностика бүлеге мөдире Эльвира Гуменная «Иң яҡшы инфекционист» номинацияһында өсөнсө урын алды.
«Толпар» туберкулезға ҡаршы балалар шифаханаһы табибы-фтизиатры Эльвира Ҡоҙаярова «Иң яҡшы фтизиатр» номинацияһында шулай уҡ өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Ейәнсура районының Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы баш табибы Азат Байгилдин «Медицина ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе» номинацияһында өсөнсө булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика