04:09 (UTC+5), 20 Июнь 2017

Өфө урамдарының береһен «йәшел йөрәк» биҙәне

Өфө хакимиәте
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөлә Революция һәм Ленин урамдары киҫелешендә яңы арт-объект – йәшел йөрәк барлыҡҡа килде. Көнбағыштар менән биҙәлгән ҙур йөрәк аҫтында тимерҙән үрелгән яндауырҙар менән ағастан эшләнгән бәләкәй күпер урынлашҡан. Йөрәктең үҙенә лампалар ҡуйылған, шуға конструкция төндә балҡып, тағы ла матурыраҡ күренә.
Ғашиҡтарға был арт-объект оҡшап төштө, улар күперҙә тороп фото төшөргә ашыға. Оҙаҡламай «йәшел йөрәк» яңы өйләнешкән йәштәрҙең һәм «Салауат Юлаев» хоккей командаһы көйәрмәндәренең яңы изге урынына әйләнәсәк, тип күҙаллана.
Революция урамындағы скверҙы төҙөкләндереү эштәре дауам итә әле, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика