02:27 (UTC+5), 20 Июня 2017

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һумға ғаризалар ҡабул итә башланы

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 19 июндә Башҡортостанда «Минең документтарым» күп функциялы үҙәктең бөтә офистары ла бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һумлыҡ социаль түләүгә документтар ҡабул итә башланы. Ошо хаҡта Күп функциялы үҙәктең рәсми порталында хәбәр ителә.
Алдан йәш ғаиләләрҙән ғаризалар Өфөлә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында ғына ҡабул ителә ине. Ул республиканың алыҫ төбәктәрендә йәшәүселәргә өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр тәүге сабыйҙары өсөн 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамын алыуға хоҡуҡлы. Мотлаҡ шарт – ҡатын-ҡыҙҙың беренсе балаһы булырға, ир менән ҡатындың йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта сабыйҙары 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр республика биләмәһендә тыуған ғаиләләр генә ошо ярҙамға дәғүә итә ала. Ғаилә тәүге балаһы тыуғандан алып алты ай дауамында социаль түләүгә документтар тапшырыуға хоҡуҡлы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика