06:57 (UTC+5), 19 Июнь 2017

Республика вәкилдәре Липецк өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булған яҡташтарын хөрмәтләп иҫкә алды

Елена Скиндерева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан вәкилдәре — «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең үҙешмәкәр төркөмө Липецк өлкәһенең Тербун районына барҙы.
Тербун районының «Маяк» гәзите хеҙмәткәре Елена Скиндерева хәбәр итеүенсә, башҡорттарҙың һәм тербундарҙың дуҫтарса осрашыуы изге йолаға әүерелгән. Был юлы Башҡортостан вәкилдәре Липецк өлкәһендә дүрт көн булды. Икенсе Тербун уҡыусылары менән бергә улар 1942 йылғы ваҡиғаларҙың шаһиттары — урындағы инәйҙәр өсөн ҙур булмаған концерт һәм сәй эсеү ойошторҙо.
Шәмбе Икенсе Тербун ауылында 112-се Башҡорт дивизияһының һәләк булған яугирҙәре һәйкәле янында тантаналы митинг уҙҙы.
Абруйлы ҡунаҡтар иҫәбендә Федерация Советындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Рафаил Зинуров, Федерация Советындағы Липецк өлкәһе вәкиле Ираида Тихонова, Липецк ҡалаһы мэры Сергей Иванов, Башҡортостандан Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов бар ине. Уларҙың барыһы ла Икенсе Тербун ауылы мәктәбе буйлап экскурсияла ҡатнашты, уның традициялары һәм инновациялары, шулай уҡ мәктәп музейының экспозицияһы менән танышты.
«Тербун ерендә немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты һуғыш 200 көндән һәм төндән ашыу барған. Беҙҙең бурысыбыҙ — ошонда башын һалғандар хаҡында хәтерҙе быуаттар буйына күңелдә һаҡлау», — тигән һүҙҙәр менән асты сараны Тербун районы хакимиәте башлығы Сергей Барабанщиков.
Башҡорт халҡының һәм Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндәге бәләкәй райондың дуҫлығы тиҫтә йылдар буйына нығыны. Сергей Иванов йылы мөнәсәбәттәрҙең нисек барлыҡҡа килеүен иҫкә төшөрҙө. Барыһы ла бер-береһенән меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан мәктәптәр араһында мәғлүмәт менән алмашыуҙан башланды. 70-80-се йылдарҙа урындағы пионер дружинаһы Гәрәй Нафиҡовтың исемен йөрөттө. Биш йыл элек башҡорт делегацияһы тәүге тапҡыр Тербун районына барҙы. Шул ваҡыттан бирле осрашыу даимиға әйләнде. Мәҙәни алмашыу һәм архив документтары менән эштә даими хеҙмәттәшлек үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Быйыл Тербун районына рәсми саҡырыу буйынса Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте вәкилдәре килде. Улар араһында «Военная археология» журналы директоры Антон Торгашев һәм журналдың мөхәррире, тарих фәндәре кандидаты Сергей Садовников бар. Эҙәрмәндәр командаһы урындағы халыҡтан — һуғыш осоро шаһиттарынан һорау алыу үткәрҙе, шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы частарының элекке яу урындарын тикшерҙе. Сергей Садовников һүҙҙәренсә, асыҡланған мәғлүмәт ошо биләмәлә артабанғы эҙләнеү эштәрен алып барыу өсөн нигеҙ буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика