03:39 (UTC+5), 19 Июня 2017

Рөстәм Хәмитов балалар ялын ойоштороу сифаты менән танышты

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. Дүртөйлө районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Венеция» шифахана-профилакторийында булып, балалар ялын ойоштороу сифаты менән танышты. Ул Дүртөйлөнән 12 саҡрым алыҫлыҡта йөҙйәшәр ҡарағай урманында урынлашҡан. Шифаханала 65 урынлыҡ шифахана-сәләмәтләндереү лагеры һәм 150 урынлыҡ балаларҙы сәләмәтләндереү лагеры ойошторолған.
2010 йылда капиталь ремонт эшләнгән. Шунлыҡтан лагерь хәҙер йыл әйләнәһенә эшләй ала. Дауалау кабинеттарына массаж, күнекмәләр, ванна бүлмәләре инә, электр, парафин, ләм менән дауаланыу мөмкинлектәре һәм башҡалар бар. Лагерь янғын часына янғын сигнализацияһы эшләп китеү тураһындағы сигналды ҡабатлау буйынса ҡорамал менән йыһазландырылған. Видеокүҙәтеү системаһы, ашығыс рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырыу төймәһе бар. Лагерь биләмәһе һаҡлана. Медицина кабинеты лицензиялы.
«Венеция» лагерында 21 көнлөк өс смена үткәреү күҙалланған. Тәүгеһе 2 июндә башланған һәм 22 июнгәсә уҙа. Рөстәм Хәмитов лагерҙа ял итеүсе уҡыусылар менән аралашты, лагерҙың шарттары, күңел асыу саралары, туҡланыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика